ISO 4217 | |
Башланыу датаһы | 1978 |
---|---|
URL |
six-group.com/dam/downlo… six-group.com/dam/downlo… six-group.com/dam/downlo… six-group.com/dam/downlo… |
Тулы мәғлүмәт өсөн URL | six-group.com/en/product… |
Яуаплы | SIX Financial Information[d][1] |
Орган по стандартизации | ISO |
Международная классификация стандартов | 03.060 |
ISO 4217 (ИСО 4217) — Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы (ISO) стандарты, алфавиттың өс хәрефенән һәм өс урынлы һандан торған валюта кодтарын урынлаштыра. Был кодтарҙың төп ҡулланылыу даирәһе — халыҡ-ара килешеүҙәргә ҡараған документтар һәм мәғлүмәттәр, шулай уҡ валюта атамаһын кодлы йә ҡыҫҡа формала, шул уҡ ваҡытта бутауҙарға юл ҡуймаҫлыҡ итеп билдәләү талап ителгән коммерция йә банк эшмәкәрлеге; донъяның ҡайһы бер валюталары бер төрлө атама йөрөткәнгә (АҠШ доллары, Канада доллары, Австралия доллары һ.б.) был айырыуса мөһим[2][3].
Стандарттың ғәмәлдәге редакцияһының рәсми атамаһы:
Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы 18 500 самаһы стандарт эшләгән; ISO 4217 иң ҙур һорау менән файҙаланған һигеҙ стандарт исемлегенә[7] һәм ISO үҙе киң таратырға тырышҡан өсәү араһына инә[8].
Төп нөсхәлә стандарт инглиз һәм француз телдәрендә нәшер ителә[3]. Рус теленә һәм донъяның башҡа телдәренә Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы тарафынан авторлаштырылған рәсми тәржемә эшләнмәй.
ISO 4217 Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһының ағзаһы булған илдәргә тәҡдим рәүешендә тапшырыла. Уның нигеҙендә милли стандарттар төҙөлә, мәҫәлән, Дөйөм Рәсәй валюталар классификаторы[9] йәки Украинаның Валюталар классификаторы (укр. uk:Класифікація валют uk:Класифікація валют)[10]. Айырым осраҡтарҙа, мәҫәлән Европа берлеге сиктәрендә, ISO 4217 үҙе ҡулланыла[11].
ISO-ның рәсми сәйәсәтенә ярашлы, ISO 4217 кодтарын файҙаланған өсөн түләү алынмай[8].
© MMXXIII Rich X Search. We shall prevail. All rights reserved. Rich X Search